Байрам менән, ирекмән әсәйҙәр
#ВолонтерыНигаматово
#Нигаматовская_сельская_модельная_библиотека
#День_матери
🌹🌹🌹🌹🌹
Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында ауыл волонтерҙары Әсәйҙәр көнө уңайынан ойошторолған байрам сәйенә йыйылды. Китапханасы Гөлбикә Кейекбаева ирекмәндәрҙе байрам менән ҡотлап, уларҙың эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ниғәмәт ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Фәнүрә Ғәббәсова әсәйҙәргә иң изге теләктәрен еткерҙе, рәхмәт белдерҙе һәм һәр әсәгә сәскәләр бүләк итте. Бай өҫтәл артында, байрамда ҡатнашыусылар үҙ әсәйҙәре тураһында һөйләнеләр, уларҙың егәрлелегенә, бөтмөрлөгөнә, изгелектәренә һоҡланыуҙарын белдерҙеләр.
Байрам менән, ирекмән әсәйҙәр, һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, һаулыҡ, оҙон ғүмер, балалар бәхете, уңыштар теләйбеҙ!
🌹🌹🌹🌹🌹🎂🎂