«Бәхетле булһын бала саҡ»
#МХОлаҠатнашыусыларҺәмУларҙыңҒаиләләреТураһындаХәстәрлекЙылы
#ГодПоддержкиУчастниковСВОиЧленовИхСемей
13 февраль Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда биләмә ағинәйҙәре Ниғәмәт, 2-се Этҡол, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарының МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәренең балалары һәм бәләкәй туғандары өсөн «Бәхетле булһын бала саҡ» исемле байрам кисәһе ойошторҙолар. 🎈🎈🎈🎈🎈
Сараның тәүге өлөшөндә балалар «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ» халыҡ уйындарын уйнанылар, күҙ бәйләп бүләк ҡырҡып алдылар, таланттарын күрһәттеләр.
Икенсе өлөштә улар китапханала ағинәйҙәр әҙерләгән бай өҫтәл артында тәмле сәй менән һыйландылар. 🍬🍬 🍵 🍵 🍫🍫
Байрамға килгән һәр бала бүләктәр, күстәнәс алып, саранан ҡыуанып ҡайтты. 🍏🍏 🍊🍊
Биләмә ағинәйҙәренә оло рәхмәт белдерәбеҙ! Һау-сәләмәт, һәр саҡ шулай әүҙем булһындар!
Ә балаларға бәхетле бала саҡ, һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, имен киләсәк теләйбеҙ! 🚘🚘 🧸🧸