logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Алтын туйығыҙ менән!

#АлтынТуй
#50йылБергә
Ауылыбыҙҙың хөрмәтле, өлгөлө, уңған ғаиләләренең береһе – Рәмзиә Шәмсетдин ҡыҙы менән Юлай Салауат улы Ниғмәтуллиндарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл. Улар намыҫлы, тырыш хеҙмәт юлы үткән матур ғаилә парҙары. Юлай ағай – Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тыуған еренә тоғро ҡалып, колхозда эшләп, күркәм йорт һалып, татыу ғаилә ҡорған ир-уҙаман. Уның ҡатыны Рәмзиә еңгәй – йорт йылыһын, усағын һаҡлаусы, донъяларына ҡот өҫтәүсе егәрле хужабикә. Ниғмәтуллиндар матур ҡыҙ һәм улдар үҫтереп, уларға белем, тәрбиә биреп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен!
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Алтын туйҙарын билдәләүсе бәхетле парҙы ауыл хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улы, ветерандар советы рәйесе Гөлсирә Хажғәле ҡыҙы, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Фәнүрә Фазулла ҡыҙы ихлас тәбрикләне, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын һаҡлап, иңгә-иң терәп алтын туйға еткән хөрмәтле Ниғмәтуллиндар ғаиләһенә алдағы көндәрҙә һаулыҡ-сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, именлек теләйбеҙ, балалар изгелектәрен, ҡыуаныс-шатлыҡтарын татып, пар ҡанатлы булып, бәхетле йәшәргә насип булһын!Алтын туйығыҙ ҡотло булһын, алда күркәм юбилейҙар, матур ғаилә байрамдары, осрашыуҙар көтөп торһон!