Батырҙар онотолмай
15 февраль көнө совет ғәскәрҙәренең Афғанистандан сығарылыуына 34 йыл тулды.
Һуғыш бөтөп инде йылдар үткән,
Әле һаман һыҙлай яралар.
Һөйгәндәрен көтә тоғро ҡыҙҙар,
Ә улдарын көтә әсәләр.
Әсе афған еле яҙмыштарҙы
Телеп үтте,ҡалды яралар.
Төштәремә керә ҡәһәр һуғыш,
Төштәремә керә Кандагар.
Ут шәүләһе,һуғыш күләгәһе,
Илдән-илгә күсеп йөрөмәһен.
Хаҡлыҡ йыры,шатлыҡ йыры
Бар донъяға гөрләһен.






