Яңы балалар майҙансығы асылды
Бөгөн, 13 ноябрь, изге йома көнө, беҙҙең ауыл өсөн бик тә иҫтәлекле ваҡиға булды – балалар баҡсаһының яңы уйын майҙансығы тантаналы асылды. Яңы объект ППМИ программаһы буйынса эшләнде. Тантанала мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, балалар баҡсаһы кескәйҙәре, ППМИ комиссияһы ағзалары, ата-әсәләр, майҙансыҡты төҙөүселәр ҡатнашты. Мәктәп директоры Наил Әхмәҙулла улы төҙөүселәргә Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Кескәйҙәр шундай шәп, рухлы, дәртле концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Аллаһ бирһә, яңы майҙансыҡта балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон, улар һау- сәләмәт, бәхетле булһындар, илебеҙгә тыныслыҡ килһен!