Бөйөк Әсәләр
#Нигаматовская_сельская_модельная_библиотека
#ГодПоддержкиУчастниковСВОиЧленовИхСемей
#День_Матери
#ВыездноеМероприятие
Баймаҡ ҡалаһының күркәм «Ҡурай» кафеһында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек йылына һәм яҡынлашып килгән Әсәйҙәр көнөнә арналған «Бөйөк әсәләр» исемле кисә үтте.
Кисәгә МХО-ла ғәзиз улдарын юғалтҡан герой әсәләр, Баймаҡ ҡалаһының «Ватан һаҡсылары» фонды хеҙмәткәрҙәре, волонтёрҙар саҡырылды. Кисә барышында сараның төп ҡунаҡтары булған герой әсәләр үҙҙәре менән таныштырҙылар, батыр улдары тураһында һөйләнеләр. Йөрәктәре ҡанһыраған әсәләрҙең сығыштары бик тә тулҡынландырғыс һәм тетрәндергес булды. Тыуған ил һағына мобилизация буйынса һәм үҙҙәре лә ҙур теләк белдереп, Ватанға оло һөйөү менән баҫҡан, яу яланында ҙур батырлыҡтар күрһәткән егеттәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Һалдаттарҙың яу яланында күргәндәрен, әсәләрҙең кисергәндәрен бер һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Илгә оло һынау килгәндә аҡыл көсө, сабырлыҡ, түҙемлек, рухи ныҡлыҡ үрнәге булған яугир әсәләре, ысынлап та, бөйөк әсә исеменә лайыҡ. Улар тыуған илде һөйгән, Бөйөк Ватан һуғышының данлы юлдарын үткән олатай-ҡартатайҙары кеүек батыр йөрәкле улдар тәрбиәләп үҫтергән.
«Ватан һаҡсылары» фондынан Гөлназ Хәкимйән ҡыҙы Заманова әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, уларға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуҙары тураһында әйтеп үтте. Волонтёрҙар үҙ эшмәкәрлектәре тураһында һөйләнеләр, әсәйҙәргә матур йырҙар бүләк иттеләр.
Байрам менән герой, бөйөк әсәләр! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, күңел тыныслығы, күркәм сабырлыҡ, бәхет, именлек, тыныслыҡ теләйбеҙ! Һеҙҙең йортта йылы усаҡ һүнмәһен!
Тәүге тапҡыр үткән ҙур күркәм осрашыу уның идея авторы – ике МХО батыры әсәһе, өс ул үҫтергән герой әсә Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлина һәм Баймаҡ ҡалаһының «Ватан һаҡсылары» фонды менән берлектә үткәрелде. Китапханасы Гөлбикә Кейекбаева алып барҙы. Барыһына ла оло рәхмәт!