logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

Моң хазинаһы – ҡурай

10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә.
Ҡурай көнө — Башҡортостан символдарының береһе — ҡурайға арналған байрам. Ул төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың Указына ярашлы булдырыла һәм Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерт-презентацияһында иғлан ителә. Байрамдың маҡсаты — башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу.
Ошо байрам уңайынан ауыл китапханаһында «Моң хазинаһы – ҡурай» исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Алып барыусылар Нурия Ғатауллина менән Гөлбикә Кейекбаева байрам тураһында һөйләнеләр, ҡурай тураһында билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡынылар. Кисәлә билдәле ҡурайсылар Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар башҡорт халҡының данлыҡлы музыка ҡоралы – ҡурай, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, ҡурайсы Кәрим Дияров тураһында һөйләнеләр. Ҡурайсы малайҙар кисәлә ҡатнашыусыларға ҡурай моңдары бүләк иттеләр. Гөлсирә Ғәббәсова ҡурай моңона ҡушылып башҡорт халыҡ йырын бик матур итеп башҡарҙы. Рәйсә Иҫәнбаева ҡурай тураһында легенда һөйләне. Кисә бик рухлы, моңло һәм әһәмиәтле үтте.

Сал быуаттар аша моң ағыла,

Тетрәндереп Урал буйҙарын.

Бормаланған оҙон юлдар кеүек,

Алыҫтарға китә уйҙарым.

 
Был бит ҡурай! Ябай ҡырлы ҡурай!

Башҡортомдоң күңел моңдашы,

Тормош һуҡмаҡтарын артылғанда,

Көс-дәрт бирер тоғро юлдашы.

 
Ҡайҙа ғына кемдәр тыңлаһа ла,

Уны аңлай, уны үҙ итә.

Ҡурай моңо тылсым-көскә эйә – 

Таш йөрәктәрҙе лә иретә.

 
Күпме тапҡыр дуҫлыҡ илсеһеләй,

Донъя урап ҡайтты ҡурайым.

Шуға ла мин бөгөн рәхмәт әйтеп,

Ҡурайымды ҙурлап йырлайым.

 Ю.Әхмәтйәнова