“Тәңкәле ҡыҙ” бәйгеһе Баймаҡта
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, бөйөк әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. Сентябрь айында Беренсе Этҡол, Һаҡмар, Ҡаратал, Ишмөхәмәт ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында төбәк бәйгеләре үтте. Ҡаланан һәм 40-лаған ауылдан ҡатнашыусы, йәмғеһе 50-гә яҡын ҡыҙ саялыҡта, матурлыҡта, зирәклектә, сәхнә оҫталығында һынау тотто. Бөгөн иһә ҡаланың 1-се мәктәбендә төбәк бәйгеләре еңеүселәре – ҡаланан, Иҫке Сибай, Йәнйегет, Йәрмөхәмәт, Икенсе Этҡол, Күсей, Сыңғыҙ, Мерәҫ, Ниғәмәт, Билал ауылдарынан барлығы 10 башҡорт һылыуы “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының район этабында сығыш яһаны. Бәйгелә Өфө ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, шағир, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле шағир, яҙыусы, яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай, драматург, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, яҡташыбыҙ Әминә Яхина. Күркәм сарала Ниғәмәт мәктәбе уҡыусыһы Хәсәнова Айгүзәл “Рухлы һылыуҡай” номинацияһына лайыҡ булды. “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсында ҡатнашыусы һәр ҡыҙға Таңсулпан Ғарипова “Салауат вариҫтары” исемле йәш ижадсыларҙың ижад емештәренән торған китаптар тупланмаһы бүләк итте.




