“Яҙ ҡояшы һеҙҙең күңелдә”
1 октябрь мәктәп ашханаһында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған “Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә” исемле байрам үткәрелде. Хөрмәтле ололарыбыҙ өсөн 4-се класс уҡыусылары сығыш яһаны, ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, Рәил Хәсәнов башҡарыуында моңло йырҙар, Азамат Ишйәровтың баян моңдары ҡунаҡтарыбыҙ күңеленә хуш килде. Гәзиткә яҙылыу ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар байрам өҫтәленә мул һый-хөрмәт әҙерләне, Даян Әүәлбаев спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте.
Хөрмәтле ағайҙар һәм апайҙар, байрам мөбәрәк булһын, үҙегеҙ һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ, донъялар имен булһын, балаларығыҙ ҡыуандырып ҡына торһон, ғүмер көҙө күңел тыныслығы, бәрәкәт менән килһен!

