logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
gulbika.kiyekbayeva@bk.ru

“Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, драматург, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы 2022 йылдың сентябрь айында уҡымышлы, тыйнаҡ, дәртле, сая рухлы һәм ижади үҫмер ҡыҙҙар араһында “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан итә.

Конкурстың маҡсаты:
– үҫеп килгән йәш быуынға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен пропагандалау, күберәк китап уҡырға йәлеп итеү, тыуған илебеҙгә, торған еребеҙгә ҡарата һөйөү тойғолары тәрбиәләү;
– үҫмер ҡыҙҙар араһында Таңсулпан Ғарипованың ижади мираҫын популярлаштырыу, әҫәрҙәре һәм геройҙары миҫалында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;
– алдынғы ҡарашлы, рухлы үҫмер ҡыҙҙарҙы асыҡлау, уларҙың ижади потенциалын үҫтереү.