Республика көнө
#РеспубликаКөнө
Моңдарымдың моңо һиңә,
Башҡортостан – төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Һулап туймаҫ – һауаларың,
Йомарт ерең – иҫ китмәле!
Байлығыңды һанар өсөн
Белеп торам һүҙ етмәҫен.
Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Башын эйгән башаҡтарҙа
Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Хазинаға, Башҡортостан,
Һәр тарафың һинең тулы.
Ҡабынғанһың уралымдың
Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан – ғәзиз әсәм.
Киң ватандан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Башҡортостан – ғәзиз әсәм.
(Р.Йәнбәк)
Башҡортостан республикаһы көнөндә мәктәп менән берлектә тантаналы байрам һәм йәрминкә үткәрҙек. Мәктәп уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре ауылдаштар күңеленә хуш килде. Рәил Хәсәновтың ҡурай моңдары, Нурия Ғатауллина менән Гөлбикә Кейекбаеваның йырҙары байрамды биҙәне. Көҙгө байлыҡ, муллыҡ сағылышы булған йәрминкәлә уҡыусылар ауылдаштарға төрлө татлы ҡамыр ризыҡтары, салаттар, компоттар тәҡдим итте.
Байрамдар мөбәрәк булһын!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын! Республикабыҙҙың тыуған көнө менән!