Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
#ҮҙебеҙҙекеләрҙеТашламайбыҙ
#СВОихНеБросаем
«Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Фәнүрә Фазулла ҡыҙы менән ауыл халҡы йыйған гуманитар ярҙамды йәшниктәргә бүлеп һалдыҡ. Афарин, ауылдаштар! Тиҙерәк тыныслыҡ килһен, ир-егеттәр имен-аман тыуған илдәренә ҡайтһын! Посылкалар эсенә матур шиғырҙар яҙылған өсмөйөшлө хаттар ҙа һалдыҡ.