Бәхетемде таптым тыуған ерҙә
#Нигаматовская_сельская_модельная_библиотека
#БәхетемдеТаптымТыуғанЕрҙә
#АуылХужалығыХеҙмәтсәндәреКөнө
Мин һоҡланам ауыл кешеһенә,
Ғәжәпләнәм уға көндән-көн.
Күрһәтергә ине шул кешегә,
Хеҙмәтенә күрә хөрмәтен!
Ауыл кешеһенең кендеге,
Тыуғас та ергә береккән.
Юҡтыр уның кеүек тыуған ерен,
Гөл – баҡсаға күмеп, үҙ иткән.
Тыуған ергә булған мөхәббәт,
Ауыл кешеһенең ҡанында.
Аңлар өсөн бының барыһын да,
Күп кәрәкмәй, тыуыу етә,
Бер бәләкәй генә ауылда!
Ж. Шәкиров
14 ноябрь мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә арналған «Бәхетемде таптым тыуған ерҙә» исемле кисә үткәрелде. Кисәгә элекке һәм бөгөнгө колхозсылар, белгестәр, етәкселәр һәм бар ауыл халҡы саҡырылды.
Кисә башында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улы Әминев юбилярҙарға һәм алдынғыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Кисә барышында иң оло колхозсылар, механизаторҙар, водителдәр, һауынсылар, быҙау ҡараусылар, ветеринарҙар, электриктар, иретеп йәбештереүселәр, бухгалтерҙар, ырҙын табағы эшселәре, ашнаҡсылар сәхнә түрендә ултырып, алып барыусыларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙеләр, колхоз осоро тураһында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар. Тыуған ергә, ауылға тоғро ҡалып, колхоз эшендә көндө төнгә ялғап, ваҡытҡа ла, һауа торошона ла ҡарамай, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән ауылдаштарға бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, уларға музыкаль бүләктәр бағышланды. Гөлсирә Ғәббәсова, Ишдәүләт Сафиуллин, «Һаҡмар һандуғастары» вокаль, «Наза» бейеү ансамблдәре сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде. Рәил Хәсәнов кисәне музыкаль яҡтан биҙәне. Байрамды ойоштороусылар – Нурия Ғатауллина менән Гөлбикә Кейекбаева кисәне матур итеп алып барҙылар. Тамашасылар өсөн экрандан колхоз тормошонан видео, фотолар ҙа күрһәтелде.
Бәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡан ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә тағы ла оло хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, тыныслыҡ теләйбеҙ!