logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Нигаматовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Презентация книги

Презентация книги местного автора, члена литературно-творческого объединения “Йәнгүҙәй” Р. Исянбаевой «Йәйҙәремдә ҡалам».
Ниғәмәт ауыл модель китапханаһында Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең иң әүҙем ағзаларының береһе, РФ халыҡ мәғарифы алдынғыһы, БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, тиҫтәнән ашыу китаптар авторы, ауылдың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаеваның “Йәйҙәремдә ҡалам” исемле яңы китабының исем туйы үткәрелде. Сарала ижадсының яңы китабынан шиғырҙар уҡылды, йырҙар яңғыраны, Р.Иҫәнбаева китап уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Китап уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйттеләр, шиғри, музыкаль күстәнәстәрен бүләк иттеләр. Ниғәмәт ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Эльвира Тәлғәт ҡыҙы Рәйсә Миҙхәт ҡыҙын яңы китабы сығыуы менән тәбрикләп, уңыштар, һаулыҡ, ижади ҡомар теләне. Сара бик фәһемле, күңелле үтте.