«Урал батыр» эпосы көнө
#ДеньЭпосаУралБатыр
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
6 июндә 2-се Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» исемле «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика бәйгеһе үткәрелде. Сарала Өфө, Ырымбур ҡалаларынан мәртәбәле ҡунаҡтар, Учалы, Бөрйән, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан, Сибай ҡалаһынан йәш сәсәндәр ҡатнашты.